Байраҡ


Викимедиа проекттарында ҡатнашыусылар

Article Images

Байраҡ

(Флаг битенән йүнәлтелде)

Байраҡ — дөрөҫ геометрик (йышыраҡ тура дүртмөйөшлө) шәкелдәге туҡыма, махсус төҫ-биҙәктәре була.

Байраҡ
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән туҡыма[d]
Ҡайҙа өйрәнелә вексиллология[d]
Нимә менән тоташа флагшток[d]
 Байраҡ Викимилектә
Дәүләттәрҙең (шул иҫәптән танылмағандарҙың да) территориялары өҫтөнә уларҙың байрағы төшөрөлгән донъя картаһы. 2018 йыл

Дәүләт байрағы дәүләт символдарының береһе булып тора. Дәүләт байрағынан тыш, күп дәүләттәрҙә хәрби-диңгеҙ һәм сауҙа байраҡтары була. Байраҡ белеме вексиллология (лат. vexillum — «байраҡ») тип атала.

Башҡортостан Йөмһүриәтенең байрағы (1924-кә тиклем)

Башҡортостан дәүләт байрағы тарихы 1918 йылының урағайының 20-һенән башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндә башҡорт милли байрағы раҫлана. Башҡорт милли флагы күк, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора.