Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы


Викимедиа проекттарында ҡатнашыусылар

Article Images

Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы

ғалим-табип, юғары мәктәп хеҙмәткәре.

Википедияла Ғүмәров фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.

Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы (7 ноябрь 1928 йыл27 август 2007 йыл) — ғалим-табип, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты (1970). СССР Журналистар союзы ағзаһы (1965). 1970—1992 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992—2000 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996).

Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1928
Тыуған урыны Ясин, Яңы Мишәр ауыл Советы, Мәсетле районы
Вафат булған көнө 27 август 2007 (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт медицина институты
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы
Уҡыу йорто Силәбе медицина институты
Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d] (1970)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров 1928 йылдың 7 ноябрендә Златоуст өйәҙенең Мәсәғүт контоны Дыуан-Мәсетле волосы [1]Ясин ауылында тыуған.

1945 йылда Силәбе өлкәһенең Бирҙәүш станцияһы урта мәктәбен, 1951 йылда Силәбе медицина институтын (хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты) тамамлаған.

1951-1959 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, полкта һәм госпиталдә врач вазифаһын үтәй.

1959-1961 йылдарҙа Башҡорт медицина институтының (хәҙерге Башҡортостан дәүләт медицина институты) ординатураһында уҡый.

1961-1970 йылдарҙа тире-венерология институтында эшләй.

1970-1990 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институтында уҡыта. Ассистент, өлкән уҡытыусы, социал гигиена һәм һаулыҡ һаҡлау кафедраһы доценты вазифаларын биләй.

1990 йылда хаҡлы ялға сыға.

1992-2000 йылдарҙа «Башҡорт Энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә әйҙәүсе мөхәррир булып эшләй.

2007 йылдың 27 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Республика һәм күрше өлкәләрҙә ғилми экспедицияларҙа башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы буйынса мәғлүмәт йыя, уларҙы системалы эшкәртә һәм китаптар итеп баҫтырып сығара.

«Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» — республиканың беренсе энциклопедияһын әҙерләүҙә һәм баҫтырып сығырыуҙа ҡатнаша.

Китаптары
  1. Көнкүреш гигиенаһы. Өфө, 1966.
  2. Һаулыҡ һаҡлау әлифбаһы. Өфө, 1968.
  3. Башкирская народная медицина. Уфа, 1988. ( (баш.) һәм  (рус.))
  4. Краткий русско-башкирский словарь анатомии и физиологии человека. Уфа, 1981.
  5. Быуаттар аҡылы. Өфө, 1988.
  6. Башкирский словарь медико-гигиенических терминов. Уфа, 1990.
  7. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. Өфө. 1996./ Өфө. 2016.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы
  2. Мәсетле районы энциклопедияһында 11.09.2008 тип күрһәтелгән. Башҡортостан архивының белешмә китабында 2007 йыл тип күрһәтелеү сәбәпле ЗАГС базаһы аша аныҡланды